Пневмонияның билдәләре күп: туҡтауһыҙ еүеш йүтәл, баш ауырта, хәл бөтә, тирләтә, температура күтәрелә, ҡалтырата, тын алғанда күкрәк ауырта, ирен зәңгәрләнә.
Йүтәл оҙаҡҡа һуҙыла икән, табипҡа мотлаҡ күренергә кәрәк. Пневмонияны асыҡлау өсөн ҡан һәм ҡаҡырыҡ анализы тапшыралар. Үпкәлә ялҡынһыныу шиге бар икән, ауырыуҙы ренгентҡа төшөрәләр.