Новости
6 Октябрь 2019, 14:44

Көнләшеү бына нимәгә еткерә!

Сәхнә йондоҙо, йырсы Илсөйә Бәҙретдинованың уңыштарынан көнләшептер, уның тураһында төрлө буш һүҙ, ғәйбәт таралып ҡына тора. “Судлашып йөрөрлөктәре лә бар” тип хәбәр иткән ул үҙе.

“Беҙҙең халыҡтың фантазияһы көслө, ғәйбәтһеҙ торғаным юҡ, – тигән йырсы. – Мәҫәлән, Татарстанда билдәле бер рәсми мәғлүмәт сайты мине иң күп пластик операция яһатҡан татар артистары рейтингына урынлаштырған. Мин был ғәйбәтте ябай дәүләт дауаханаһынан белешмә алып күрһәтеп кенә кире ҡаға алам. Мөнәсәбәт асыҡлап йөрөргә ваҡытым ғына юҡ... Яңылыш хәбәрҙәрҙе һөйләп кенә ҡалмайҙар, яҙалар ҙа. Миңә генә булһа, бер хәл, улым Нариманға ла! “И балаҡайым, атайың шундай булды, әсәйең шундай... Һин яҡшы кеше булып ҡалырға тырыш инде, беҙ һинең менән!” тип яҙып ҡуйған берәү…”


Кешегә ҡанат ҡуйған да, ергә йығылта һуҡҡан да нәмә - ул һүҙ. Бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлы, хәстәрлекле, яғымлы булһаҡ ине. Көнләшеү кеүек яман хистән йыраҡ тороп, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, татыулыҡҡа ынтылып йәшәйек!
Читайте нас