Журналист булып эшләгән әсәһе менән яҙған "Счастлива без рук" китабында ҡатын шәхси тормошондағы үҙгәрештәр хаҡында бәйән итә.
26 йәшлек Грачева шунда уҡ, мине профессиональ яҙыусы карьераһы ҡыҙыҡһындырмай, тип белдергән. Ул ҡатын-ҡыҙға үҙ кисерештәре тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләргә, шулай уҡ ирҙәр тарафынан көс ҡулланыу темаһына иғтибар йәлеп итергә теләгән.
«Миңә йыш ҡына ҡулынан, аяғынан яҙған һәм үҙҙәрендә көс табырға ынтылған кешеләр яҙа. Мин уларға кәңәштәр менән ярҙам итергә әҙер», – ти Грачева.
Ританың һуңғы интервьюларының береһенән уның тормошонда ниндәйҙер ирҙең пәйҙә булғаны тураһында аңларға мөмкин. Ҡыҙ үҙенең һөйөклөһөн әсәһе менән таныштырһа ла, уның исемен асмай. «Ул миңә тәҡдим яһаны, мин ҡабул иттем. Туй буласаҡ, әммә быйыл түгел», – тип аңлата Грачева.
Ҡурҡыныс фажиғә 2017 йылдың декабрендә теркәлгәйне. Аффект хәлендәге Дмитрий Грачев ҡатынын урманға алып бара һәм уның ике ҡул суғын саба, аҙаҡ уны үҙе дауаханаға илтә. Бер ҡулды ҡотҡарып ҡалалар, ә икенсеһе урынына заманса бионик протез ҡуялар.
Суд ҡатындың элекке ирен 14 йылға ҡәтғи режимлы колонияға хөкөм иткән. Рита ике ул үҫтерә һәм ҡыҙ бала табырға хыяллана.