Новости
6 Октябрь 2019, 14:41

Боҙ төшкәнгә бер миллион һуммы?

Күмертау ҡалаһында идарасы компания менән Никитиндар ғаиләһе араһында судлашыу дауам итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо йылдың мартында алты йәшлек баланың өҫтөнә подъездан сыҡҡанда ҙур боҙ киҫәге төшә. Тикшереү барышында коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең йорт ҡыйығын тейешенсә таҙартмағаны асыҡлана.


Нурисламдың умыртҡа бағанаһы зарарлана, ул яңынан йөрөргә өйрәнә. Малай әле ултыра ла алмай. Быйыл мәктәпкә беренсе класҡа уҡырға төшөргә тейеш булһа ла, был шатлыҡтан мәхрүм, фажиғә бөтә пландарҙы юҡҡа сығара.


Әсәгә эштән китергә, машинаһын һатырға, бөтә тырышлығын балаһын тәрбиәләүгә бирергә тура килә. Адвокаттың әйтеүенсә, ғаиләгә етди матди, психологик зыян килтерелгән, баланың имгәнеүе өсөн бер миллион һум аҡса түләтеү ғәҙел булыр ине.


Өҙлөкһөҙ табиптарға йөрөүҙән тыш, хәҙер суд тупһаһын тапарға мәжбүр Никитиндар. Киләһе ултырыш 10 октябргә билдәләнгән. Ғәйеплеләр тейешле язаһын алырмы, нөктә ҡуйылырмы ығы-зығылы ваҡиғаға?
Читайте нас