Новости
6 Октябрь 2019, 03:04

Байрам көнөндә нимәләр көтөлә?

11 октябрҙә баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Республика көнө айҡанлы ҙур байрам концертын ҡарай ала. Ул “Торатау” конгресс-холында үтәсәк. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә Хөкүмәт вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова хәбәр итте.

  • Уның әйтеүенсә, республиканың төп байрамына арналған саралар 7 октябрҙә башлана. Бөтә ҡала, райондарҙа тантаналы йыйылыштар, байрам концерттары, күмәк мәҙәни һәм спорт саралары, ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙғарыла. Социаль әһәмиәтле объекттар һәм учреждениелар – парктар, мәктәптәр, балалар баҡсалары сафҡа индерелә. Иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә уңышҡа өлгәшкәндәргә дәүләт наградалары тапшырыласаҡ.


  • 11 октябрҙә Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскә һаласаҡтар. Салауат Юлаев майҙанында һәм уға яҡын биләмәлә “Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә контракт буйынса хәрби хеҙмәт – һин һайлаған юл!” мәғлүмәт-агитация акцияһы ойошторола. Республиканың барлыҡ музейҙарында Асыҡ ишектәр көнө була.


    Был көндә “Йырлаусы ауыл” республика вокаль ижад конкурсы башлана. Ул 2020 йылдың 10 октябренә тиклем дауам итә. Конкурста Башҡортостандың бөтә ауылдары ҡатнаша.


    Республиканың төп башҡарыусылары һәм ижади коллективтары, саҡырылған сәнғәт йондоҙҙары ҡатнашлығындағы байрам концерты көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана. Сара фейерверк һәм лазерлы музыкаль тамаша менән тамамлана.

    Читайте нас