– Башҡортостан Республикаһы бөгөн төрлө милләт һәм конфессия вәкилдәренең дуҫ һәм татыу йәшәүенең үҙенсәлекле өлгөһө булып тора, – тине ул. – Башҡортостанда йәшәгән дүрт миллион кешенең 67 проценты – мосолман. Шул иҫәптән 36 проценты – рустар, 30 процент самаһы – башҡорттар һәм 24 проценты – татарҙар. Бынан тыш, 100 меңдән ашыу самаһы башҡа этнос кешеләре йәшәй беҙҙә.
Республика Башлығы белдереүенсә, республикала милләттәр һәм конфессиялар бер-береһе менән шул тиклем тығыҙ бәйләнгән, шуға күрә мосолмандар – Пасха менән Раштыуаны, ә православныйҙар Ҡорбан байрамы менән Ураҙаны бергә билдәләй. Республикалағы һәр өсөнсө никах ҡатнаш, һәм бындай күрһәткесте башҡа төбәктәрҙә табыуы ауыр. Заманса Рәсәй исламы үҙәге Өфөлә урынлашҡан, боронғо һәм бик билдәле “Ғәлиә” һәм “Усманиә” мәҙрәсәләре бар. Беҙҙең Рәсәй Ислам университеты ислам университеттары федерацияһына ҡарай. Башҡортостанда дингә өндәүселәр менән проблема юҡ, бында мосолман-сөнниҙәр йәшәй, һәм республиканың бер генә мәсетендә лә ваһһабиттар юҡ.
– Ошондай ҡыҫҡа ғына тезистар һәм дәлилдәр менән мәҙәниәттең, диндең, милләттәрҙең бер-береһе менән тәрән бәйләнешен күрһәтергә тырыштым. Беҙ үҙебеҙҙең иң мөһим байлығыбыҙҙы ошонда күрәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Эйе, беҙҙең байлығыбыҙ йыл һайын 18 миллион тонна нефть табыуҙа йәки нефть эшкәртеүсе заводтарыбыҙ эшмәкәрлегендә түгел, ә тап ошо ҡиммәттәрҙә. Һәм беҙ быны үҙебеҙҙең өҫтөнлөгөбөҙ тип иҫәпләйбеҙ, уның менән уртаҡлашырға әҙербеҙ.
Үҙенең сығышы аҙағында Радий Хәбиров клуб ағзаларының сираттағы ултырышын беҙҙең республикала үткәрергә саҡырҙы.