Новости
5 Октябрь 2019, 02:01

Урал менән Самир ҙа бында

Өфөлә Матбуғат йорто майҙанында ойошторолған Бөтә халыҡ матбуғатҡа яҙылыу байрамында йәш гәзит уҡыусыларыбыҙ Самир Төхбәтов менән Урал Хөснуллинды күреү шатлыҡлы ине.

Урал Хөснуллинды редакциябыҙҙа йыш осратабыҙ, сөнки уның әсәһе - журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәмилә Мусина “Башҡортостан”да эшләй. Ә Самирҙың әсәһе Гөлнар иһә "Башҡортостан ҡыҙы" журналы хеҙмәткәре.


Байрамда балаларҙы күреү, ғөмүмән, шатлыҡлы. Ни тиһәң дә нәҡ улар беҙҙең буласаҡ уҡыусыларыбыҙ. “Аҡбуҙат”ты, “Аманат”ты, “Йәншишмә”не уҡып үҫкән бала һис шикһеҙ “Башҡортостан”ды уҡыясаҡ!

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Читайте нас