– Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу хөрмәтенә төҙөлгән объекттар иҫәбендә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе бинаһы ла булыуы бик ҡыуандыралыр?
– Ҡыуанмаған ҡайҙа ул! Яңы мәктәпте ун ике йыл көттөк. Тәүгеһе 2010 йылда сафҡа индерелергә тейеш ине. Урын да алдыҡ, документтар ҙа әҙер ине. Тик 2008 йылғы көрсөк бәкәлгә һуҡты. Төҙөлөш компанияһы бөлгөнлөккә төштө. Икенсе мәктәп, Шмидт урамында күп ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында бөтә талаптарға яуап бирерлек итеп һалынып, тапшырылыу ваҡыты 2015 йылға ҡаралғайны. Әммә төрлө күҙәтеү органдары талаптарына яуап бирмәгәс, тағы һуҙылды. Беҙҙең музыка мәктәбе Пожарский урамындағы иҫке ағас бинала эшләп килде. Мәктәп 1966 йылда асылған, ә бинаһы 1926 йылда һалынған булған. Бинаны ул саҡта Ағиҙел йылға пароходлығы биләй, балалар музыка мәктәбен өйҙәшлеккә индерәләр.
Тәүҙә мәктәптә ике генә бүлексә (фортепиано һәм халыҡ музыка ҡоралдары, йәғни баян менән аккордеон) эшләй, 75 бала белем ала. Әлбиттә, бина бик ныҡ иҫкергәйне һәм 2016 йылда күҙәтеү ведомстволары уны артабан файҙаланыуҙы тыйҙы.
Шунан беҙ Әхмәтов урамына, элекке химик таҙартыу предприятиеһы бинаһына күстек. 80-се йылдарҙа төҙөлгән бинаны реставрациялау мәсьәләһе тыуҙы, әлбиттә. Уны хәл итеүҙә “Прогресс” төҙөлөш фирмаһы яуаплылығы сикләнгән предприятиеһы ҙур ярҙам күрһәтте. Уның етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе Арменак Тоноян “Быуат меценаттары” фондының “Меценат” орденына лайыҡ булған, ул хәлебеҙҙе һәм ихтыяждарыбыҙҙы аңлап эш итте. Шулай итеп, мәктәп эшен дауам итә алды. Әммә 507 квадрат метрлы ике ҡатлы бина бөтә теләгәндәрҙе һыйҙыра алмай. Биш уҡытыусыбыҙ ҡуртымға алынған башҡа бер бинала эшләп йөрөй. Ябылыу хәүефе лә янай биреп ҡуйҙы. Хатта ата-әсәләр республика Башлығында булды. Мөрәжәғәттәре ишетелде, республика етәкселеге Затондағы музыка мәктәбе төҙөлөшөн Башҡортостандың 100 йыллығына арналған объекттар исемлегенә индерҙе.
Өс ҡатлы яңы бина файҙаланыуға тапшырылғас, Затонда һәм күрше ҡасабаларҙа йәшәгән сәнғәти күңелле балалар ошо заманса йыһазландырылған күркәм урында уҡыясаҡ. Биналарҙың дөйөм майҙаны 1540 квадрат метр тәшкил итә. Проект буйынса мәктәп 150 урынға иҫәпләнгән. Төҙөлөштө “Башкиргражданстрой” тресы алып бара. Яңы бинала уҡыусылар һанын ике тапҡырға арттырыу мөмкинлеге асыласаҡ. Әле булған специальностарға өҫтәп, хореография һәм рәсем кластары асырға уйлайбыҙ. Әле уларға балалар йыйыу бара. Ноябрҙә өй туйларбыҙ тип торабыҙ.
– Мәктәп бөгөн ниҙәр менән йәшәй? Ниндәй уңыштар, ҡаҙаныштар менән ғорурланаһығыҙ?
– Мәктәптә биш бүлексәлә 16 специальность (фортепиано, скрипка, виолончель, баян, аккордеон, домра, гитара, ҡурай, думбыра, ҡыл-ҡумыҙ, кларнет, гобой, флейта, саксофон, вокал, синтезатор) буйынса 351 бала музыка һәм һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәнә. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн бәләкәйҙән эстетик тәрбиә биреү бүлексәһе эшләй. Унда кескәйҙәр дүрт йәштән махсус үҫешле программа буйынса шөғөлләнә, программала ритмика, йыр, музыка тыңлау, шаулы инструменттар оркестрында уйнау һәм башҡалар ҡарала.
Мәктәптә тиҫтәләрсә йылдар буйы дауам иткән сәнғәт тәрбиәһенең һөҙөмтәләре лә бар, әлбиттә. Халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, республика, ҡала конкурстары лауреаты булған уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
2018 йылда уҡыусылар өс Гран-при һәм 147 лауреатлыҡ урыны яуланы. Улар араһында шулай уҡ Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы, Башҡортостан Башлығы стипендиаттары, йәнә Владимир Спиваковтың Хәйриәлек фонды, “Яңы исемдәр” программаһы стипендиаттары ла бар.
Мәктәбебеҙҙә һигеҙ балалар, биш өлкәндәр ижади коллективтарының күбеһе юғары һөнәри бейеклектәргә күтәрелде һәм халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Думбырасылар ансамбле, пианистарҙың “Резонанс” ансамбле, түбәнге класс уҡыусыларынан торған “Веснянка” хоры, ҡурайсыларҙың “Байыҡ”, “Голоса друзей” вокаль, “Галатея” вокаль, “Галантус” инструменталь, Шәһәрғәзиндарҙың “Хазина” ғаилә ансамблдәре, пианистар дуэты төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яуланы. З. Шәһәрғәзин етәкселегендәге “Тамъян” ансамбле “халыҡ” исеменә лайыҡ булды.
Был еңеүҙәргә өлгәшеү өсөн уҡытыусыларыбыҙ бик күп көсөн, һәләтен, тырышлығын һалды. Уларҙың йәш һәләттәрҙе үҫтереүҙәге уңыштары шулай уҡ төрлө кимәлдә билдәләнә бара. Т.Н. Желтова – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З.А. Тляпова – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, профессор О.Н. Мельников – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, егерме ике педагог – юғары, туғыҙ кеше беренсе квалификация категорияһына эйә. Т.Н. Желтова, О.П. Пулечкина, йәнә үҙем дә Башҡортостанда туған телдәрҙе һаҡлау һәм пропагандалау өсөн Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының премияһына лайыҡ булдыҡ.
Ике йыл элек беҙҙең музыка мәктәбе “2017 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы 100 предприятиеһы һәм ойошмаһы” конкурсында “2017 йылда балаларға өҫтәмә белем биреүсе иң яҡшы 100 учреждение” номинацияһында еңеүселәрҙең береһе тип танылды. Мәктәптең инновациялы ҡаҙаныштары өсөн миңә “Инновациялар һәм үҫеш өсөн” почетлы дипломы тапшырылды. 2018 йылда мәктәп V Бөтә Рәсәй “Бәләкәй принц” ижади инициативалар фестиваль-конкурсында “Һәр кешенең үҙ йондоҙҙары” номинацияһында лауреат булды.
Был уңыштар үҙенән-үҙе генә килмәне, әлбиттә. Мәктәпкә етәксе булып эшләй башлағанымда ҡайһы бер уҡытыусылар нота грамотаһын музыка мәктәптәрендә төплө өйрәнеүҙе шик өҫтөнә ҡуйҙы хатта, статусы буйынса ҡәҙимге дөйөм белем биреү мәктәптәрендәге музыка, йыр, бейеү түңәрәгенә тиң ине. Ундай мәктәптең абруйы буламы ла кәрәге күпме генә? Шуға беҙ, ҡарашты тамырынан үҙгәртеп, сольфеджио, музыка теорияһы, башҡорт музыкаһы, музыка тыңлау, мюзикл-театр, хор дәрестәрен индерҙек, профессиональ музыка белеме биреүҙә әҙерлек баҫҡысы йүнәлешендәге уҡыу йорто сифатында документ алдыҡ. Хәҙер мәктәптә өс хор иҫәпләнә. Үҙҙәренең төп инструментынан тыш, 200 бала хорҙа йырлай. Әйткәндәй, “Веснянка” уртансы хоры 2016 йылда республика музыка мәктәптәре бәйгеһендә беренсе урынды яуланы.
– Ҡоралһыҙ музыка булмай. Музыка сифатлы булһын өсөн ҡоралдың да шәбе кәрәк. Был юҫыҡта эштәрегеҙ нисек?
– 2012-2013 йылдарҙа республика программаһы буйынса “W.Hoffman” маркалы чех роялен алдыҡ (700 000 һумға), киләһе йылына 1400000 һумлыҡ “Bechstein” тигән немец пианиноһын килтерҙек. Һуңғы йылдарҙа “Estonia” рояле, “Ballone burini”, “Юпитер” концерт баяндары, фортепианолар, синтезаторҙар, “Yamaha” концерт флейтаһы, француз гобойы, башҡорт думбыралары, рус домралары, скрипкалар, гитаралар һатып алдыҡ, музыка теорияһы класын компьютерҙар менән йыһазландырҙыҡ, бик күп сәхнә кейеме тектерҙек. Башҡортостан Хөкүмәте һәм ҡала хакимиәте һәр йәһәттән бик ҙур ярҙам күрһәтә.
– Мәктәп ҡурайсылар остазы Әҙеһәм Исҡужиндың исемен йөрөтә. Бик күп һәләттәргә юл асҡан данлыҡлы педагог, йәмәғәт эшмәкәре, ҡурайсы тураһында мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары ни дәрәжәлә хәбәрҙар? Уның иҫтәлегенә ниҙәр эшләнә?
– Мәшһүр шәхесебеҙҙең исеме беҙҙең мәктәпкә 2008 йылдың апрелендә бирелде. Коллектив был ғәмәлде үҙенә күрһәтелгән ҙур ышаныс тип ҡабул итте, йәш быуынға мәҙәни тәрбиә биреүҙә яуаплылыҡ, дәрт артты.
Мәктәбебеҙҙә ҡурай класы эшләй. Бер нисә йыл элек Сибайҙан Шәһәрғәзиндәр ғаиләһе менән танышҡайным. Өфөгә күсеп килеүҙәрен үтендем. Мәктәптә ең һыҙғанып эшкә тотондолар. Заһир Шәһәрғәзин – флейтасы, оҫта ҡурайсы, көйҙө оркестрға һалыусы, ҡатыны Гөлсәсәк һәм һеңлеләре Гөлфиә Һөйөндөкова – башҡорт думбыраһы буйынса яҡшы белгестәр. Улар мәктәбебеҙҙә ҡурай һәм думбыра кластарын алып бара. 2018 йылда ҡылҡумыҙ класы эшләй башланы – уҡытыусыһы Альбина Йәрмөхәмәтова. Дәрестәр өсөн балаларға биш уйын ҡоралы алдыҡ, шул иҫәптән икеһе – Ҡаҙағстандан. Улар менән классик музыка мөхитенә башҡорт сәнғәте килеп инде һәм ныҡлы урын алды.
Үткән йәй уҡытыусылар коллективы Әҙеһәм Динислам улы Исҡужиндың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған саралар рәтендә Өфө – Баймаҡ районының Темәс ауылы – Талҡаҫ күле – боронғо Арҡайым ҡалаһы – Өфө маршруты буйынса эш сәфәрендә йөрөп ҡайтты. Сара Башҡортостанға 100 йыл тулыуға ла ҡағылышлы булды, 1919 йылдың 21 февралендә Башҡорт автономиялы совет республикаһын ойоштороу тураһындағы ҡарарҙы нәҡ Темәс ауылында үткән Беренсе башҡорт съезы ҡабул итә. Уҡытыусыларыбыҙ тарихи биналарҙы, экспонаттарҙы ҡарап әҫәрләнде. Ошо ауылда тыуып үҫкән Әҙеһәм Исҡужиндың ҡәберенә барҙы, сәскәләр һалды, туғандары менән осрашты, хәтирәләр тыңланы. Темәс ауылы мәсетендә булды. Мәктәпкә исеме бирелгән шәхесте донъяға сығарған төбәктең гүзәллегенә таң ҡалды, уның рухын күңеленә һеңдерҙе.
– Йыр-моңға һәләтегеҙ, һөйөүегеҙ нәҫелдән килә. Атай-әсәйегеҙ, ғаиләгеҙ, туғандарығыҙ тураһында ла һөйләһәгеҙ ине.
– Беҙҙең Буранбай ауылы – ҡурайсы, йырсыларға бик бай ауыл. Иҫ белгәндән Әбдрәхмән олатай Буранбаевтың йырлағанын, данлыҡлы ҡурайсылар Азамат Хәмитов, Ғүмәр Үтәбаев, Фәррәх Аралбаев, Ғөбәйҙулла Шәйхисламов олатайҙың йыр-моңон тыңлап әҫәрләнеп үҫтек. Әйткәндәй, күренекле яҙыусылар Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай ут күршеләр булды. Бала саҡта урам гөрләп торҙо. Шуны ла әйтке килә: 7 йәштә ҡурайға өйрәтеүсе тәүге уҡытыусым – Әхмәр ағайым. Өйөбөҙҙә лә гел йыр-моң яңғырар булды. Атайым Ғиниәт Солтанморат улы – баянсы, гармунсы, скрипкасы, мандолинасы, матур йырлай ине. Солтанморат олатайым да матур йырлаған, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ял сәғәттәрендә яуҙаштарына ҡурай моңо тыңлатыр булған. Әсәйем Сәғирә Зәкәриә ҡыҙы иҫ киткес матур йырлай торғайны, уның тауышын ауылдаштар хатта Фәриҙә Ҡудашеваныҡына тиңләй ине. Дүрт ул үҫтерҙеләр, Хәким ҡустым спорт юлын һайланы, әле Сибай сәнғәт колледжында уҡыта. Ғаяз – йырсы, мин дә сәнғәт-мәҙәниәт юлында, ә Нур ауылда донъя көтә, ул да матур тауышлы, тик атай нигеҙен ҡоротмаҫ өсөн ситкә сығып китмәне. Әле ветеринария табибы булып эшләй. Ғаяз ҡустым Сибай филармонияһында эшләй. Ҡатыным Клара Кинйәбай ҡыҙы Ғәйетбаева әле республика Мәғариф министрлығында бүлектең төп белгесе булып эшләй. Ҡыҙыбыҙ Гөлиә эшҡыуарлыҡ юлын һайланы, Өфө ҡалаһында үҙенең шәхси предприятиеһында уңышлы эшләп йөрөй. Илшат улыбыҙ Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағандан һуң телевидение юлын һайланы, “Үҙәк-матч” спорт каналында режиссер ҙа. Кинйәбеҙ Гөлшат Өфө сәнғәт училищеһында балаларға музыка теорияһынан белем бирә, шул уҡ ваҡытта З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының аспирантураһын тамамлай. Шуныһы ҡыуандыра, балаларыбыҙ барыһы ла башлы-күҙле булып, үҙаллы тормош ҡороп йәшәй. Ике ейән-ейәнсәребеҙ үҫә.
– Тормош юлығыҙҙа, моғайын, ярҙам иткән, дөрөҫ юл һайлашҡан кешеләр ҙә булғандыр?
– Бар, әлбиттә, ундай кешеләр. Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында, артабан Өфө сәнғәт институтында шәп уҡытыусылар белем бирҙе. Остаздарым Башҡортостандың халыҡ артисы, башҡорт ҡурайын профессиональ кимәлгә күтәргән һәм сәнғәт училищеһында беренсе булып ҡурай класын асҡан Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәновҡа, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Миңләхмәт улы Ҡобағошовҡа ғүмер баҡый рәхмәтлемен, улар миңә башҡорт музыкаһы буйынса профессиональ белем бирҙе, ысын ҡурайсы итте. Сибайҙа Өфө сәнғәт училищеһының филиалы асылғас, директор итеп мәшһүр йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Камил Вәлиев тәғәйенләнде. Уның ярҙамсыһы булып эшләгәнемдә Камил Абдрахман улынан профессиональ йәһәттән дә, сәнғәт юҫығында ла бик күпкә өйрәндем, байтаҡ тәжрибә тупланым. Өфөгә күсеп килгәс, ул саҡтағы мәҙәниәт министры Хәләф Ишморатовтың, остазым Буранбай Күсәбаевтың, Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Мирхәт Ҡаҙарғоловтың, ағайым Наил Ғәйетбаевтың ҙур ярҙамы менән нығынып киттем, үҙ урынымды таптым. Был шәхестәр халҡыбыҙ өсөн башҡарған ҙур эштәре менән билдәле, күптәрҙе аяҡҡа баҫтырҙы, һәләттәрҙе күреп, таяныс була белде. Уларҙы һәр саҡ рәхмәт тойғоһо менән телгә алам.