Шулай итеп, сос ир транспортты юл фажиғәһенән алып ҡала һәм салондағы 15 пассажирҙы бәләнән ҡотҡара.
“Ошонан һуң ғаиләмдә күңелһеҙлектәр башланды...” – ти кисәге батыр.
Таһир ул саҡта фатирын дүрт һәм алты йәштәрҙәге ҡыҙҙарына, ҡатынына ҡалдырып, сығып китә. Бөгөн 50 йәшлек ир Стәрлетамаҡ ҡалаһының бер осондағы гаражда көн итә. Берҙән-бер яҡын дуҫы – бесәйе бар.
Ҡасандыр күптәрҙең ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда ҡаушап ҡалмаған батырҙың тәүәккәллеге һоҡландырһа, бөгөн уның бахыр хәленә төшөүенә йөрәк өшөй. Уның асарбаҡҡа әүерелеүенә кем ғәйепле?
Ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә тормоштоң матурлығын тойоп, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәһәк ине.