“Нур” сауҙа үҙәгендә диван тейәгән мәлдә шәхси эшҡыуар һәм ике хеҙмәткәр икенсе ҡаттан йығылып төшкән. Был хәл 9 июлдә үк була, тик бында эшләүселәр хәлде йомоп ҡалырға уйлай. Ике һатыусы еңелсә тән йәрәхәттәре ала, ә бына етәкселәре дауаханаға эләгә.
Нилектән шундай хәлгә тарығандар һуң? Тикшереүҙәрҙән һуң билдәле булыуынса, һатылған диванды үҙҙәре ҡорған лифтта төшөрөргә уйлағандар, лифттың тросы йөктө күтәрә алмай өҙөлә һәм шундай бәхетһеҙлек килеп сыға.
Тейешле әҙерлек үтмәгән механизмды ҡулланыуҙан тыш, шәхси эшҡыуар үҙе тейешле курсты үтмәгән, эш шарттары тикшерелмәгән, хеҙмәтте һаҡлау тураһында ҡарар ҡабул ителмәгән.
Тағы ла производстволағы бәхетһеҙ осраҡты йәшерергә маташыу ҙа инспекторҙарҙың иғтибарын йәлеп иткән. Хәҙер хеҙмәт урынындағы яуапһыҙлығы өсөн етәксе яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.