2009 йылда Рим ҡалаһында рәсми рәүештә Халыҡ-ара тәбиғи сүс (еп) йылын асыу тантанаһы була. Уның маҡсаты – кейем-һалым әҙерләү өсөн тәбиғи сүс йәки еп етештереүсе кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу. Ошо йыл бөтә донъяла халыҡ-ара конференциялар, семинарҙар, күргәҙмәләр үткәреп билдәләнгән.