Новости
4 Октябрь 2019, 06:34

Тиҙерәк аяҡҡа баҫ, Аҡъегет!

Аҙна-ун көн элек Алтынай Вәлитовтың үҙе кеүек үк талантлы ҡустыһы Аҡъегеттең күнекмә мәлендә яңылыш барып төшөп имгәнгәне тураһында яҙғайныҡ инде. Яҡташтары, ижадын күҙәтеп барыусылар уның хәлен көн дә белешеп тора.

Кисә ағаһы Инстаграмға Аҡъегетте күрһәтеп видеояҙма һалды. Аллаға шөкөр, барыһы ла яҡшы, егет һөйләшеп-көлөп ята, йәш һөйәк тиҙ уңалыр.


"Рәхмәт минең өсөн борсолоп торғанығыҙ өсөн! Бик күптәр хәлемде һорап яҙған."Баштан сыҡмайһың" тигәндәре лә бар, тик әлегә яуап яҙа алмайым ‒ бармаҡтар тыңлашмай"‚ – ти Аҡъегет.


Һүҙҙе ағаһы дауам итте: "Бөгөн ябай палатаға күсерҙеләр, йөйҙәрен алдылар. Бер аяғы менән бөтәһе лә яҡшы, икенсеһе әлегә ҡыбырламай. Шулай ҙа ҡустымдың кәйефе яҡшы, шәбәйеүгә бара. Беҙ бирешмәйбеҙ!"


Бирешмәгеҙ, Бөрйән егеттәре, тиҙерәк аяғыңа баҫ, Аҡъегет! Яҡташтарыңдың, дуҫтарыңдың, яратҡан тамашасыларыңдың теләге был.
Читайте нас