Новости
4 Октябрь 2019, 06:56

Ишекте асҡас, шаҡ ҡаталар...

Өфөлә СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр газ еҫенә зарланып, торлаҡ-коммуналь хужалығына мөрәжәғәт итә. Һаҫыҡ еҫтең ҡайҙан килгәнен оҙаҡ ҡына асыҡлай алмай улар.

Бәлки, был хәл шулай дауам итер ҙә ине, әгәр торлаҡ коммуналь хужалыҡта эшләгән хеҙмәткәр ошо йорттағы бикле торған фатирҙың ишеген асып ҡарамаһа.


Ишекте асып, эскә үткән хеҙмәткәрҙәр шаҡ ҡата: улар ваннала фатир хужаһының үле кәүҙәһенә тап була. Аҙаҡ билдәле булыуынса, күршеләре был фатирҙа йәшәүсене дүрт йыл буйы күрмәгән булған. Фатир сүп-сар менән тулы һәм унда газ еҫе һеңгән була.


Әле фатирҙа полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә. Йорт хужаһының ғүмере криминал һөҙөмтәһендә өҙөлмәгәне асыҡланған. Экспертиза ярҙамында үлем сәбәптәре билдәле буласаҡ.


Үкенесле, күршеңдең үлемен дә белмәй йәшәп ят инде бер подъезда.
Читайте нас