Новости
4 Октябрь 2019, 06:38

"Башҡортса һөйләшергә махсус рәүештә өйрәттегеҙме?"

Автобустарҙа ҡыҙым менән һөйләшеүҙе ишеткән оло йәштәгеләр уның бала булып та башҡортса белеүенә аптырай, бәғзеләре маҡтай, бәғзеләре сәйерһенеп ҡарай, ғөмүмән, битарафтар һирәк. Көн һайын тиерлек ҡабатлана был күренеш.

Ә яңыраҡ бер таксист: "Ҡыҙығыҙҙы башҡортса һөйләшергә махсус өйрәттегеҙме?" – тип һораны. "Үҙенең туған теле бит" тип яуапланым, һәм мейене инде нисәнсегә "Башҡорт балаларының Башҡортостандың баш ҡалаһы урамдарында туған телендә һөйләшеүе ҡасан сәйер күренешкә әйләнде икән?" тигән уй һыҙып үтте.


Ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙең балаларына башҡорт телен өйрәтмәүе, башҡорт булыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан кескәйҙәрҙең "мам" да "пап" тип йөрөүҙәренән килә шул был...
Читайте нас