Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле был осраҡ буйынса енәйәт эшен тикшерә башлағандар.
Хәл Стәрлетамаҡ ҡалаһында була. Асыҡланыуынса, ҡыҙы әсәһе һәм үҙенең бәләкәй улы менән бер фатирҙа торалар. Тауыш бергәләшеп араҡы эсеп ултырғанда сыға.
Йәрәхәтләнгән ҡатынды табиптар ҡотҡарып ҡалһа ла, уның һаулығына ауыр зыян килтерелгән.