Форум Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексы мөмкинлектәрен күрһәтеүгә һәм энергетика өлкәһендәге халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ҡеүәтен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә. Ул иҡтисадтың энергетика секторы алдында торған төп бурыстарҙы, газ, нефть, күмер, нефть химияһы һәм электр энергетикаһы тармаҡтарын үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү майҙансығын тәшкил итә. Форумдың тәүге эш көнөндә төп ваҡиға “Тотороҡло үҫеш өсөн энергетика партнерлығы” пленар ултырышы булды. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны.
Дәүләт Башлығы әйтеүенсә, быйыл “Рәсәй энергетика аҙналығы” донъяның 80 иленән 10,5 мең кешене, 200-ҙән ашыу компанияны йыйҙы. Бындай күрһәткестең әлегә тиклем булғаны юҡ ине. Ҡунаҡтар араһында донъялағы төп ойошмалар һәм берекмәләр, министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре, абруйлы белгестәр һәм эксперттар бар. Владимир Путин әйтеүенсә, тап улар “буласаҡ глобаль энергетиканың йүнәлештәрен билдәләй”.
Форум барышында Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Козак “Инфраструктураны йылдам үҫтереү – газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү стратегияһы” тигән тармаҡ кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Сарала билдәләнеүенсә, 2013–2018 йылдарҙа тормошҡа ашырылған күләмле пилот проекты һөҙөмтәһендә ил төбәктәренең күпселегендә автомобиль газ тултырыу компрессор станциялары (АГНКС) барлыҡҡа килде, газ менән эшләгән автомобиль техникаһы етештерелә, ҡала коммуналь хужалығында, пассажирҙар ташыуҙа файҙаланыла башланы. Транспорт тармағының конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырыу һәм экологияны яҡшыртыу маҡсатында баҙарҙы үҫтереүҙең яңы этабы – АГНКС-тар һәм криоАЗС-тар селтәрен йылдам үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыу башланды. Ул эске һәм халыҡ-ара ташыуҙар өсөн газ-мотор яғыулығы менән эшләгән машиналар паркын киңәйтеүгә инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән тейешле шарттар булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Әйткәндәй, Башҡортостан биләмәһендә 16 АГНКС эшләй. Былтыр республикала уларҙа газ ҡулланыуҙың дөйөм күләме 32,9 миллион кубометр тәшкил иткән.