Яңыраҡ Рәсәй туристарының Антальялағы ҡунаҡханаларҙың береһенән сумаҙан тултырып аҙыҡ алып сығырға маташыуын нисек аңларға? Илдә аслыҡ, шөкөр, юҡ. Магазин кәштәләре аҙыҡ-түлектән һығылып тора, әҙәм көлкөһөнә ҡалырға уларҙы нимә мәжбүр итте икән?
Ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәре туристарҙан сумаҙандарын асып күрһәтеүҙе һорай. Шешәләр, емеш-еләк, башҡа төр аҙыҡ менән шыпа тулы багажды ҡалдырып китеүе күңелле булмағандыр, әлбиттә...
Төркиә кешеләре рәсәйҙәрҙең аҙыҡты ҡунаҡхананан сумаҙанлап ташыуына әлегәсә күнегә алмай йонсой. Был юлы уғрылыҡ килеп сыҡманы,ҡунаҡсыл хужаларҙа бары кире тойғолар ҡалдырыуға ғына өлгәшелде.