"Өфө" футбол клубының һаҡсыһы Даниил Круговой, әйткәндәй, уны йыш ҡына Радий Юлъяҡшинға оҡшаталар икән, артисты һынландырып видеояҙмаға төшкән. Йырсының игеҙәге булам тип, футболсы сәсен буятып, ҡырҡтырып, уның кеүек кейенеп, билдәле футболсыларҙың исеменән торған трек яҙҙырған. Яҙма аҙағында ул артисты "Өфө"нөң баш тренеры Вадим Евсеев туп менән башҡарған хәрәкәтте яһап, видеороликта төшөргә саҡыра.