Новости
2 Октябрь 2019, 09:41

Тәүтормош кешеһе күргәҙмәһенә килегеҙ!

Шүлгәнташ мәмерйәһе диуарҙарында тәүге тапҡыр һүрәттәр табылыуҙың 60 йыллығына бағышлап, Башҡортостандың Милли музейында фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды. Сараға был өлкәлә эшләгән ғалимдар, мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау органдары вәкилдәре, ғөмүмән, Шүлгәнташтың бөйөклөгөнә битараф булмағандар йыйылды.

Күргәҙмә 8 октябргә тиклем эшләйәсәк, моғайын, ҡыҙыҡһынып, барып ҡараусылар күп булыр. Башҡортостан ерлегендәге боронғо хазинабыҙ беҙгә быуаттар төпкөлөнән хәбәрҙәр ебәрә.

Күргәҙмәлә профессиональ фотограф Сергей Пешковтың, Башҡортостан мәмерйәләренең кадастрын төҙөгән Юрий Соколовтың, “Шүлгәнташ мәмерйәһе” ҡурсаулығы хеҙмәткәре Раян Әхмәтйәновтың 55 фотоһы тәҡдим ителә. Уларҙа залдар, мәмерйә рельефтары, экспедицияларҙағы эш барышы һүрәтләнгән. Унан тыш, күп күп фотоларҙан интерактив стенд эшләнгән һәм 3Д тур менән мәмерйәнең эсен ҡарап сығырға була. Диуарҙағы һүрәттәр урта палеолит осорона ҡарай.


Александр Рюминдың тәүге тапҡыр диуарҙағы һүрәттәрҙе асыуына 60 йыл тулыу уңайынан ойошторолған күргәҙмәлә мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев үҙ сығышында Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙең ҡиммәтен донъя кимәлендә баһалауҙарын билдәләне. Ошо уҡ фекерҙе Башҡортостандың мәҙәни мираҫ обьекттарын дәүләт ҡурсауы буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Алексей Пешков дауам итеп, Шүлгәнташтағы палеолит һүрәттәре ҡомартҡыны Башҡортостандыҡы ғына түгел, бар донъяныҡы итеүен әйтте. “Заманында Юрий Ляхницкий мәмерйә һүрәттәрен һаҡлау өсөн күсермәләрен эшләү кәрәклеген билдәләгән, Был йәһәттән бөгөн Данир Ғәйнуллин ҙур эш алып бара. “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексын төҙөү – беҙҙең ҡомартҡыны донъя кимәленә алып сығырға ярҙам итәсәк”, – тине.


Милли музейҙың генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев үҙ сығышында мәмерйәнең башҡорт халҡының мәшһүр эпосы “Урал батыр” менән бәйле булыуын әйтте. Ул үҙ ерлегебеҙҙәге байлыҡтарҙы һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән һәр белгескә рәхмәтен еткерҙе. Ошо уҡ фекерҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев та дауам итеп, һүҙ сәнғәтендә лә, фольклорҙа ла еребеҙҙең боронғолоғон раҫлаған мәғлүмәттәр һаҡланыуын билдәләне.


“Шүлгәнташ” ҡурсаулығы директоры Михаил Косарев, Шүлгәнташ менән бәйле һәр проблеманы Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге менән үҙ-ара килешеп эшләйбеҙ, тип аңлатты һәм музей комплексын төҙөү менән бик күп мәсьәләләр хәл ителәсәк, тине.


Музей төҙөү Бөрйән районы халҡына ла уңайлыҡтар тыуҙырыр тигән өмөт бирә: юлдар һалына, газ, электр үтә, транспорт бәйләнеше булдырыла.


Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президенты Айтуған Аҡманов үҙ сиратында дөйөм эш өсөн берҙәм уйлы булыу, Шүлгәнташты донъя кимәленә алып сығыу өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе лә файҙаланыу маҡсатынан, көстәрҙе туплау кәрәклеген әйтте. Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идаралығы институты директоры Әминә Ураҙова ла, Р. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының Көньяҡ Уралдың археологик мираҫы бүлеге мөдире Илшат Бахшиев та боронғо ҡомартҡыны һаҡлау өсөн ғалимдар үҙ сиратында эшен дауам итәсәген билдәләне.
Читайте нас