Новости
2 Октябрь 2019, 06:32

Радик Юлъяҡшин биш йылға бикләнгән...

Яҡташыбыҙ Радик Юлъяҡшинды бөтә ерҙә көтөп торалар. Йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә уның концерттарына эркелеп йөрөй. Бының сере нимәлә һуң тип ғәжәпләнә халыҡ?

“Бының бер ниндәй ҙә сере юҡ, – ти сәхнә йондоҙо. – Минең хаҡта коллегаларым да нимә уйлағанын беләм. Имеш, ҡайҙандыр килеп сыҡтым да бик еңел генә йылына 300 концерт ҡуям. Мине йондоҙ итеү өсөн продюсерым миллиондар сарыф иткән. Мәскәү музыканттарынан йырҙар, аранжировкалар яһатҡан да, йырсы иткән, ә мин, тутыйғош кеүек кейенеп, ауыҙ асып ҡына йөрөйөм икән. Эстрадала балҡыр алдынан Мәскәүҙә биш йыл буйы студияла бикләнеп, йырҙар ижад иттем. Рәсәй шоу бизнесы, аранжировка яһаусылар, композиторҙар, йырсылар менән таныштым. Был аралашыуҙарҙан тыш, мин, губка кеүек, бары тик кәрәклеһен, файҙалыһын һеңдерә барҙым. Ҡыҫҡаһы, аншлаглы концерттар – ижадым һәм үҙ өҫтөмдә биш йыл ярым эшләүҙең һөҙөмтәһе”.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас