Новости
2 Октябрь 2019, 13:00

Өфөлә бөгөн "Алтмыш плюс. Һаулыҡ һәм оҙон ғүмер “тип аталған күргәҙмә асылды

ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр үҙәгендә уҙған сарала “Өсөнсө быуын халыҡ университеты”ның түләүһеҙ курстарына яҙылырға мөмкин. Өлкән йәштәгеләр баҡсасылыҡ, ландшафт дизайны, сувенир әҙерләү, тыуған яҡ тарихы, дарыу үләндәре, сит телдәрҙе өйрәнеү буйынса уҡый ала.

Күргәҙмә хаҡлы ялдағылар менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы, ти “Селтәр” фольклор студияһы етәксеһе Фатима Хәйретдинова.

"Алтмыш плюс. Һаулыҡ һәм оҙон ғүмер" күргәҙмә-форумы 3 көн дауам итә.
Читайте нас