Новости
2 Октябрь 2019, 10:45

Бында малсылыҡ мегафермаһы буласаҡ!

Ҡалтасы районында 1200 баш һыйырға иҫәпләнгән заманса малсылыҡ комплексы төҙөлә. Ноябрҙә Даниянан фермаға тәүге малдарҙың ҡайтыуын көтәләр. 100 баш тоҡомло һыйыр малын урынлаштырыу өсөн әле биналар әҙер, мал аҙығы күптән инде хәстәр­ләнгән. Өс мең тонна сенаж һаҡлауға һалынған. Республика өсөн әһәмиәтле проекттың тәүге өлөшө декабрь айында сафҡа инәсәк.

Проектты тормошҡа ашырған “Победа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте майҙансығы хәҙер ҙур төҙөлөштө хәтерләтә. Эш хаҡы 2,3 миллиард һум тәшкил итә. Ҡалтасынан тыш, Борай һәм Яңауыл райондарында ла киләсәктә биш мең баш һыйыр малы булған яңы ҙур фермалар барлыҡҡа киләсәк.


Әлеге ваҡытта малсылыҡ комплексының беренсе сират­тағы төҙөлөшөндә Удмурт Рес­публикаһының “Сельстрой” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөүселәре эшләй. Ҡеүәтле техника килтерелгән, электр үткәр­гесе һуҙылған, төҙөлөш материалдарына ҡытлыҡ юҡ, уның менән ваҡытында һәм тотҡар­лыҡһыҙ тәьмин итәләр. Бөгөн бында 80 кеше эш менән мәш­ғүл, эшселәр бөтә уңайлыҡтары булған торлаҡ менән тәьмин ителгән. Ҡалтасынан, Яңауыл­дан, Удмуртиянан килеп эш­ләйҙәр.


– Шөкөр, төҙөлөш ҡыҙыу тиҙлектә ойошторолған, етәк­селек тә мега ферманың ваҡы­тында тапшырылыуы өсөн бар көсөн һала. Бер генә үтенесебеҙ ҙә иғтибарһыҙ ҡалмай, – ти төҙөлөштөң прорабы Руслан Мәғәсүмов.


Бөгөн егеттәр ферманың тирә-яғын төҙөкләндереү, асфальт һалыу, стеналарын биҙәк­ләү, йылытыу һәм нығытыу кеүек эштәр менән мәшғүл. Бынан тыш, технологик ҡоролмаларҙы урынлаштырыу эшен дә алып баралар. Тағы ла иркен келәт­тәр­ҙең нигеҙе күтәрелә.


Ҡыуаныслы күренеш: оҙаҡла­май был урында заманса ҡора­малдар менән йыһазланды­рылған яңы малсылыҡ комп­лексы эшләй башлаясаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн яҡшы логистика менән уңайлы ер участкаһы һайланған, дәүләт экспертизаһы һығымталары, төҙөү эштәренә рөхсәт бар, төҙөлөш һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү буйынса килешеү­ҙәр төҙөлгән.


Тимәк, ауыл хужалығы тар­мағы менән яҙмышын бәйләргә теләгәндәргә Ҡалтасы районында эш буласаҡ, уларҙың хеҙмәте арҡаһында беҙҙең өҫтәлдәр сифатлы, экологик яҡтан таҙа һөт ризыҡтары менән байытыласаҡ.
Читайте нас