Новости
2 Октябрь 2019, 10:43

Бәләкәстәрҙе ыҙалатҡан “тәрбиәселәр” төрмәгә оҙатылған

Бәләкәстәрҙе мыҫҡыллап, ас тотоп, бәйләп бөтә Рәсәйгә билдәле булған “Полина” балалар баҡсаһы хужалары Игорь Рузановты һәм ҡатыны Зөлфиәне дүрт йылға иркенән мәхрүм иткәндәр.

Уларҙың шәхси балалар баҡсаһы ябылған. Хужаларына, төрмәнән сыҡҡас та, өс йыл белем биреү өлкәһендә хеҙмәт итеү тыйылған.


Хәл Әстрхан ҡалаһында булған. Шәхси балалар баҡсаһына ата-әсәләре 33 баланы йөрөткән, айына 3,5 мең һум аҡса түләгән. Ә стеналар артында ҡот осҡос хәлдәр ҡылынғанын хеҙмәткәрҙәр белһә лә, берәү ҙә өндәшергә ҡыймаған. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, ҡаңғыртмаһындар өсөн, балаларҙы көндөҙ аяҡ-ҡулдарынан бәйләп ҡуйғандар, ас тотҡандар, урамға йөрөтөргә алып сыҡмағандар.


Хәл 2018 йылда асыҡланған. Бер әсә, баҡсаға осраҡлы барып инеп, бәйле һәм ас балаларҙы күреп видеоға төшөргән, ата-әсәләргә ебәргән.


Артабан хоҡуҡ һаҡлау органдары ла был хәл менән ҡыҙыҡһынған, енәйәт эше асҡан. Йылдан ашыу тикшереү эше барғандан һуң, ҡанһыҙ хужалар, ниһайәт, язаһын алған. Әммә ата-әсәләр бының менән генә ҡәнәғәт түгел, улар хөкөм үтә йомшаҡ тип бара.
Читайте нас