Новости
1 Октября 2019, 10:13

Һыу өсөн низағ сыҡҡан

Беҙ һыуҙы бушлай алырға күнеккәнбеҙ. Ә бына күпселек илдәрҙә уның өсөн арыу ғына аҡса түләргә кәрәк.


Донъяла иң ҡиммәт хаҡҡа һыу Лос-Анджелеста һатыла. "Swarоvski" исемле һыуҙың литры 90 доллар тора (2800 һум самаһы).


Ер шарының 70 процентын һыу ҡаплаған. Шулай ҙа уның бары бер проценты ғына эсергә яраҡлы. Халыҡты һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе йылдан-йыл киҫкенләшә. Һуңғы 50 йылда ғына ла донъяла шул сәбәпле 507 низағ булған, шуларҙың 21-е хәрби бәрелештәргә килтергән.


Ә беҙ Аллаһ Тәғәләнән бирелгән ниғмәтте тәләфләйбеҙ, бысратабыҙ. Һыуҙың ҡәҙерен беләйек, дуҫтар!
Читайте нас