Новости
1 Октября 2019, 10:06

Шағир егетте эҙләйҙәр

Республикала 17 йәшлек Марк Гельман юғалған. Уны туғандары һәм полиция эҙләй.

Билдәле булыуынса, егет Бәләбәй ҡалаһында йәшәй. Социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ҡарағанда ул үҙен шағир тип таныштыра һәм Өфөлә ваҡыт үткәрергә ярата. Ижади шәхесте һуңғы тапҡыр 28 сентябрҙә Бәләбәйҙә күргәндәр. Шул көндән бирле ул бәйләнешкә сыҡмаған.


Әйткәндәй, был егеттең тәүге тапҡыр юғалыуы түгел. Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан белдереүҙәренсә, ул быға тиклем дә юғалып алған. Нисек кенә булмаһын, ул ғәйеп булған һәм табырға кәрәк. Әгәр Маркты күреп ҡалһағыҙ, полицияға хәбәр итегеҙ.

Башҡортостан гәзитенән.


Читайте нас