Ә хәҙер асыҡланыуынса, Әмирҙең тауышы кире ҡайтҡан, ул әҙ-әҙләп һөйләшә башлаған. Тағы шуныһы ҡыуаныслы, ул әҙерәк хәрәкәтләнә: бала шыуыша башлаған. Тағы Әмир ҡалаҡлап ҡына булһа ла үҙе ашай, тиҙәр.
Табиптар белдереүенсә, малай өр-яңынан йәшәргә өйрәнә. Шулай уҡ улар фекеренсә, тағы бер көнгә генә һуңлағанда Әмир был донъя менән хушлашҡан булыр ине.
Әле уның янына көн һайын ирекмәндәр килә һәм бала менән шөғөлләнә.
Ныҡ бул Әмир, һиңә йәшәргә кәрәк!