Новости
1 Октябрь 2019, 10:04

Бомж тип тормағандар...

Уҙған йомала Өфөлә ике ир урам буйында 51 йәшлек ҡатынды көсләгәйне. Әйткәндәй, ул ҡатын өйһөҙ асарбаҡ икән. Тик үҙенең социаль статусына ҡарамай, ҡатын полицияға ғариза менән мөрәжәғәт итә.

Һәм бына кисә полиция был ирҙәрҙең эҙенә төшкән. Улар 33 йәшлек Айҙар А. менән 32 йәшлек Руслан И. булып сыҡҡан. Уларың икеһе лә быға тиклем енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған. Айҙар менән Руслан урлашыу һәм кешене ныҡ туҡмау өсөн ултырып сыҡҡандар.


Әле ирҙәр ҡулға алынған. Ҡылыҡтарын танығандар. Хәҙер төркөм менән көсләү өсөн уларға егермешәр йыл төрмә янай.


Күрәһең, асарбаҡ ҡатынды кешегә һынамағандар һәм уны полицияға бармаҫ тип уйлағандарҙыр. Ә бит һәр кемдең хоҡуҡтары бар...

Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас