Һүҙебеҙ Белорет ҡала интернатына Баҡый ауылынан йөрөп белем алған уҡыусылар тураһында. Улар ял көндәрендә автобуста – ауыл Советы үҙәгенә, артабан Баҡый ауылына тиклем резина итектәр кейеп вездеходтарҙа тыуған ауылына ҡайтырға тейеш. Ә был соҡор-саҡырлы, ямғыр һыуҙары менән йырғыланып бөткән ара 30 саҡрым тирәһе тәшкил итә. Ҡайһы бер урындарҙы соҡорҙоң тәрәнлеге хатта бер метрға тиклем барып етә икән.
Был ауылда ҡасандыр белем усағы булған, әммә балалар һаны 30 тирәһе генә тәшкил иткәс, ҡулайлы түгел, тип япҡандар. Өҫтәүенә “Ашығыс ярҙам” машиналарына ла был ауылға барып етеүе еңел түгел.