Новости
1 Октября 2019, 07:29

Һаулыҡ барыһына ла кәрәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең шәхси сәхифәһендә балалар поликлиникаһын төҙөү, яңыртыу хаҡында фекере менән уртаҡлашты.

– Октябрьскиҙа поликлиниканы яңыса ремонтлайбыҙ. Балалар учреждениелары балаларҙыҡы булып, күренеп тороуын теләйбеҙ, ә, ғәҙәттәгесә, казармалар һымаҡ түгел. Дауаханалар ҙа кешегә яҡын булырға тейеш.


2024 йылға Республика кардио үҙәге, Балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге, Затонда күп функциялы дауахана комплексы, Бөрөлө һәм Ишембайҙа бала табыу йорттары, республика буйынса 12 поликлиника, 20 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөргә уйлайбыҙ. Авария хәлендәге 130 ФАП-ты, 147 модулле ФАП менән алыштырасаҡбыҙ, – тине ул.
Читайте нас