Билдәле булыуынса, район ауылдарының береһенә Силәбенән ҡунаҡ ҡайтып төшкән. Ағалы-ҡустылы кәйеф-сафа ҡорған, унан һүҙгә килешкән. Осрашыу һуғыш менән тамамланған, ағаһы ҡустыһына бысаҡ менән сәнскән.
Бер ирҙе дауаханаға оҙатҡандар, уға операция яһағандар. Икенсеһен, 33 йәшлек Силәбе ҡунағын, полицияға алып киткәндәр.
Әлеге ваҡытта енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала. Башҡортостан гәзитенән.