Әлбиттә, малдың бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ. Зыярат кәртәләп алынған, әммә бер нисә урында ҡоймалары йығылып, тишектәр барлыҡҡа килгән. Шунлыҡтан мал-тыуар бында ирекһеҙҙән "хужа" булған.
Халыҡ Вознесенка ауыл биләмәһе хакимиәтенә был мәсьәләне хәл итеүен һорап мөрәжәғәт иткән. Моғайын, башлыҡ үтенесте инҡар итмәҫ, берәй сараһын күрер. Әлбиттә, уйлап ҡараһаң, халыҡ был мәсьәләне үҙе лә хәл итә алыр ине – бер нисә урында йығылған ҡойманы күмәкләп рәтләп ҡуйып булмаймы һуң инде? Зыяратта бит шул ауылда йәшәгәндәрҙең туғандары, яҡындары ята... Башҡортостан гәзитенән.