Новости
30 Сентябрь 2019, 10:07

Ике янғын, өс ғүмер...

Республикала уҙған төндө ике янғын булып, уларҙа өс кешенең ғүмере өҙөлдө.


Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәүгеһе Ишембай районының Скворчиха ауылында сыға. Бында шәхси йорт янып китә. Янғын һүндереүселәр килеп етеүгә ут бүрәнә йортто тулыһынса ялмап ала. Уны һүндергәс, 60 йәшлек ир һәм 78 йәшлек ҡатындың кәүҙәләре табыла.


Икенсе осраҡ Йәрмәкәй ауылында теркәлә. Гоголь урамында хужалыҡ ҡаралтыһы янып китә. Янғын һүндереүселәр килгәндә бинаның ҡыйығы зыян күргәне асыҡлана. Утты һүндергәс, 62 йәшлек ирҙең кәүҙәһен табалар.


Әле янғындарҙың сәбәптәре асыҡлана, урында белгестәр эшләй. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас