Ә бына ҡайһы бер төбәктәрҙә ҡаҙ-өйрәктең ваҡ йөнөн, һуҡтаһын таҙалау өсөн үҙенсәлекле ысул ҡулланалар икән. Бының өсөн ҡошто ҡайнап торған ыҫмалаға тығып, һалҡын һыуҙа сайҡатып, артабан ыҫмала ҡатламын һыҙырып ташларға кәңәш итәләр. Ҡатҡан ыҫмала менән бергә барлыҡ һуҡта, йәғни ҡауырһын төптәре, ваҡ йөндәр аҡтарылып сығасаҡ.