Новости
30 Сентябрь 2019, 05:50

Дәрестә ғүмере өҙөлә

Өфө ҡалаһы колледждарының береһендә 1-се курс студенты физкультура ваҡытында вафат булған.

Асыҡланыуынса, 17 йәшлек егеткә дәрес мәлендә ҡыйын булып китә. Бергә уҡыған иптәштәре тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡырта. Медиктар ваҡытында ярҙам күрһәтә, әммә студент, үкенескә ҡаршы, аңына килмәй, ғүмере өҙөлә.


Әле был аяныслы ваҡиға буйынса тикшереү бара, үлем сәбәптәрен асыҡлау өсөн экспертиза үткәреү билдәләнгән.
Читайте нас