Новости
30 Сентябрь 2019, 10:11

“Бәхетле” кукурузды йыялар

Фермерҙар 15 августа “Урал авиалиниялары”ның А321 бортындағы 226 пассажир менән кукуруз баҫыуына ултырып, иҫән-аман ҡалған “бәхетле” кукурузды йыя башлаған. Әйтеүҙәренсә, баҫыуҙан бер ни тиклем кукуруз алып ҡалынасаҡ һәм, киптерелеп, экипаж ағзаларына бүләк ителәсәк.


— Беҙ пилоттар, пассажирҙар менән осраштыҡ, рәхмәт һүҙҙәрен ишеттек. Хәлдең тап шулай тамамланыуына бөтәбеҙ ҙә шат, – ти "Русмолоко" компанияһының Раменское бүлексәһе етәксеһе Сергей Должников.


Баҫыуҙан алынған сувенирҙар иһә экипажға киләһе йыл тапшырыласаҡ. Әйткәндәй, фермер үҙе лә герой-пилоттарҙан бүләк алған: Дамир Йосопов менән Георгий Мурзин осрашҡанда уға самолет моделен бүләк иткән.


15 августа Жуковскийҙан Симферополгә осҡан А321 самолеты двигателенә ҡоштар эләгеп, уның кукуруз баҫыуына уңышлы ултырыуы тураһында яҙғайныҡ. Был хәл мөғжизәгә тиң, сөнки авиәһәләкәттә бер генә кешенең дә ғүмере ҡыйылманы, пилоттар юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәтеп, самолетты кукуруз баҫыуына ултыртты, барыһын да ҡотҡарып алып ҡалды. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас