Легендар әҫәрҙе Рәсәй кимәлендә билдәле режиссер, “Алтын битлек” премияһы лауреаты Сергей Потапов сәхнәләштерә. Ул сығышы менән Яҡутстандан. Әйтеүенсә, был әҫәр менән яҡшы таныш булған, ҡасандыр спектаклдә Дәрүиш ролен уйнаған.
Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында ижади мөхит гөрләп тора. 26 сентябрҙә коллектив шаулап-гөрләп 29-сы ижад миҙгелен асып ебәрҙе. Был көндә тамашасыларға Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһы тәҡдим ителде.