Беренсе сәбәп – көн дауамында етерлек күләмдә туҡланмау. Әгәр кеше иртәнге, төшкө, киске ашты мәлендә ашамаһа, организмдың был бушлыҡты төндә “тултырыу”ҙы талап итеүе ихтимал. Шулай уҡ ауырлы ҡатындар төн уртаһында асығып уяныусан, был әлеге хәлдә организмдың туҡлыҡлы матдәләргә ихтыяжының юғары булыуы менән аңлатыла.
Икенсе киң таралған сәбәп – даими көсөргәнештә йәшәү. Ғәҙәттә, был һөнәри үҙенсәлектәргә, йәғни стресс кисереп эшләгән хеҙмәт эйәләренә ҡағыла.
Ҡараңғылыҡтан ҡурҡыу ҙа төндә ниндәйҙер тәмле ризыҡ ашау теләге уята икән.
Һәм дүртенсе сәбәп аш эшкәртеү органдарында күҙәтелгән сирҙәргә, мәҫәлән, гастритҡа бәйле булыуы ихтимал. Был осраҡта табипҡа мөрәжәғәт итеү зарур.
Шулай ҙа бөтә сәбәптәр араһында иң киң таралғаны – икенсеһе, йәғни психологик көсөргәнеш менән бәйле булған осраҡтар, ти белгестәр.