Новости
28 Сентябрь 2019, 14:06

“Анатолий, ҡас!”

Бөгөн Өфөлә йәшәгән Анатолий йоҡонан уянып, тәҙрәгә күҙ һалғас, иҫ-аҡылы китмәнеме икән?

Бер түгел, өс ҡатын иргә йорт ихатаһындағы асфальтта “хат” яҙып ҡалдырған. Шуныһы үҙенсәлекле: яҙмаларҙан күренеүенсә, өс гүзәл зат вәкиле лә ауырлы икән. Әлбиттә, ир был “мөрәжәғәтнамәләрҙе” юйырға ашыҡҡан. Әммә өлгөр өфөләр “хат-сәләмдәрҙе” тиҙ генә фотоға төшөргән һәм социаль селтәрҙәргә һалған.


“Толя, ҡас!” - тип көлә бәғзеләр. Бәлки, был – ирҙең дуҫтарының шаяртыуылыр, бәлки, ысынлап та, ҡыйырһытылған ҡатындың, ә бәлки, ҡатындарҙың яҙмаһылыр. Һәр хәлдә ир өсөн был хәл бер ҙә ҡыҙыҡ булмағандыр, моғайын.
Читайте нас