Новости
27 Сентябрь 2019, 07:11

11 октябрҙә Ниагара шарлауығы Башҡортостан флагы төҫтәренә инә

Ниагара шарлауығының Канада өлөшө 11 октябрҙә - Республика көнөндә - Башҡортостан флагы төҫтәренә инә. Был хаҡта «Канада башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы белдерҙе.

Ойошманың «Инстаграм»дағы төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 10-да (12 октябрҙә Өфө ваҡыты буйынса иртәнге 7-лә) шарлауыҡ йәшел, аҡ һәм зәңгәр төҫтәргә инә. Символик акцияның инициаторы - «Канада башҡорттары ҡоролтайы»н ойоштороусы Фәриҙә Сәмерханова. «Канада башҡорттары ҡоролтайы» - халыҡ мәҙәниәтен һәм традицияларын һаҡлау өсөн башҡорттарҙы, татарҙарҙы һәм башҡа милләт вәкилдәрен берләштергән йәмәғәт ойошмаһы. Яңы структура - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы шефлығында.

«Башинформ» агентлығынан.
Читайте нас