Новости
26 Сентябрь 2019, 12:29

Юрий Шатунов юғалған…

"Ласковый май" төркөмө продюсеры Андрей Разин менән Юрий Шатунов араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыуы хаҡында яҙғайныҡ инде. Әле продюсер артистың бәйләнешкә сыҡмауына борсола.

"Юрий Шатунов карьераһына зыян килтерә", тип яҙған ул социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә. Етмәһә, уның яҙмаларын Ютубтан алып ташлағандар. Был иһә 800 000 000 ҡарау юҡҡа сыҡты, тигән һүҙ. Уны кире тергеҙеү мөмкин булмаясаҡ, ти продюсер. Былар барыһы ла Юрий Шатуновтың бәйләнешкә сыҡмауына бәйле икән.


Августа иһә Андрей Разин артистың "Ласковый май" төркөмөнән китеүе һәм коллективтың репертуарынан тулыһынса баш тартыуы хаҡында хәбәр таратҡайны. https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/yuriy-shatunov-yu-al-an/
Читайте нас