Боронғо славян ырымдарына ярашлы, аҡ олонло был ағаста изге йәки яуыз рухтар йәшәй. Шуға күрә ҡайынды йорттан алыҫыраҡ, ҡапҡа тирәһенәрәк ултыртырға тырышҡандар. Был саҡта ул өйҙө һәм ихатаны яуыз көстәрҙән һаҡлай ала икән.
Икенсе версияға ҡарағанда, ҡайын үҙ үлеме менән үлмәгән һәм тыныслана алмаған йән эйәһенең ояһы булып тора. Тиҙ ышаныусан кешеләрҙең ҡайынды йортҡа яҡын ултыртмауы хәйерлерәк. Ә ҡалғандар йорт биләмәһен планлаштырғанда хужалыҡ мәнфәғәтәренән сығып эш итер, моғайын.