Новости
24 Сентябрь 2019, 07:13

Үлгән кешенең кейемен кейергә яраймы?

Был һорау яҡын туған-тыумасаһы мәрхүм булып ҡалған күптәрҙе борсойҙор, моғайын. Уларҙы үҙеңә кейергәме, туғандарға йәки дуҫтарға бирергәме, әллә ташларғамы?

Мәрхүмдең кейеме, әлбиттә, уның тураһында ҡалған берҙән-бер матди иҫтәлек. Ҡайһы берәүҙәр ул “кире энергия”ға эйә, шуға күрә һис кейергә ярамай тип һанай. Әммә был – бер ни менән дә нигеҙләнмәгән шик-шөбһә генә. Үлгән кешенең кейем-һалымы, тәбиғи, бер ниндәй ҙә зыян килтермәй.


Төрлө диндәр элек-электән үлгән кешенең кейем-һалымын уның фәҡир көн күргән туғандарына таратып биреүҙе хуплаған. Ҡайһы бер халыҡтарҙа изге тип иҫәпләнгән шәхестәрҙең кейемен улар үлгәндән һуң төрлө ен-шайтандарҙан һаҡлау көсөнә эйә аманат тип ҡабул иткәндәр.
Читайте нас