Бөрйәндә - ҡыш!
Был хаҡта ошо төбәктән килгән хәбәр-фотолар һөйләй. Айгөл Ғазина әйтеүенсә, таулы-урманлы, ҡырыҫ тәбиғәтле төбәктә ҡарҙың күпләп яуыуына аптырарға түгел: бында һәр миҙгел иртәрәк башлана. Әммә был хәлдең үҙ ҡыйынлыҡтары ла бар: кешеләр, ғәҙәттә, был мәлдә автомобилдәрҙең тәгәрмәстәрен ҡышҡыға алмаштырмаған була, шуға ла юлдарҙа мөмкин тиклем яй һәм ипләп йөрөргә кәрәк.