"Йәшлек" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмө бар. Ул "Йәшлек" гәзите - газета "Йэшлек" тип атала. Был төркөмдөң дуҫтарын арттырыу, уларҙың әүҙемлеген арттырыу, гәзитебеҙҙе социаль селтәрҙә булыусыларға күрһәтеү, сайтҡа йәлеп итеү өсөн даими рәүештә конкурстар эшләйбеҙ.
Әлеге ваҡытта төркөмдә өс төрлө бәйге бара. Улар:
Рөстәм Ғиззәтуллиндың 22 сентәбрҙә үтәсәк "Тыуған көндә шәп йырҙар" тигән бик шәп концертына ике кешелек саҡырыу ҡағыҙын уйнатыу,
20 сентябргә тиклем өс килограмм (!) Ейәнсура ҡоротон уйнатыу,
18 сентябргә тиклем телефон иҫәбенә 200 һум аҡса уйнатыу.
Был ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн һылтанмаларға инергә, "лайыҡ" ҡуйырға һәм репост эшләргә - дуҫтарға һөйләргә кәрәк. Ваҡыты килеп еткәс, беҙ бәйге шарттары яҙылған пост хәбәрҙәрен махсус ҡушымта аша осраҡлы һайлау юлы уйнатабыҙ. Еңеүсе репост яһаған кешеләр араһынан билдәләнәсәк. Аҙаҡтан кем отҡаны күренгән видео яҙмаһы ҡуйыласаҡ.
Ҡатнашығыҙ, дуҫтарға һөйләгеҙ, даланығыҙҙы һынағыҙ! Уңыштар!