Новости
22 Сентябрь 2019, 17:54

Күршеләрҙә "Бал байрамы" үтте

Шәмбе көн күрше Федоровка районы Бала-Сытырман ауылында һигеҙ район, ҡала ағинәйҙаре "Бал байрамы" на йыйылды. Сарала Стәрлебаш районы ағинәйҙәре лә ҡатнашты.

.Был матур байрамға мәртәбәле ҡунаҡтар - журналистка, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы журналистар союзы ағзаһы "Киске Өфө"гәзитенә нигеҙ һалыусы һәм алыштырғыһыҙ етәксеһе, республика ағинәйҙәр етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, башҡорт журналисы, шағирә һәм драматург, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы Сәрүәр Сурина ҡатнашты. Ҡунаҡсыл Федоровка районы халҡы матур күргәҙмә ойошторғайны. Унда төрлө бал, умартасылыҡ продукттары, шулай башҡа ауыл хужалыҡы тауарҙары - икмәк, ләүәштәр, һөт ризыҡтары һәм тере балыҡ та бар ине.

Байрамда ҡатнашыусы ағинәйҙәр һүҙҙәре буйынса, урындағы үҙешмәкәр артистары тарафынан бик матур концерт әҙерләнгәйне, ҡунаҡтар ҙа матур сығыштары менән һөйөндөрҙө. Байрамдан үҙебеҙгә көс,дәрт алып, илһамланып,тәжрибә туплап, тағы ла дәртлерәк итеп ағинәйҙәр эшен дауам итергә тигән ҡарарға килеп ҡайттыҡ. Милләттәштәребеҙҙең ҡунаҡсыллығы, шундай матур, фәһемле байрам ойоштороуҙары өсөн ҙур рәхмәт кенә әйтәһе ҡала,ә район мәҙәниәт бүлеге етәкселәренә ошондай матур байрамда ҡатнашыу мөмкинлеге биреүҙәре өсөн ҙур рәхмәт!


Читайте нас