Новости
20 Сентябрь 2019, 07:30

«Милләт кросы-2019» Бөтә Рәсәй йүгереү көнөнә саҡырабыҙ

Ярыштар Стәрлебаш ауылының саңғы базаһы территорияһында 21 сентябрҙә үтә. 11.00 сәғәттә башлана.Ярыштарға табип рөхсәте булған һәм спорттың әлеге төрө буйынса махсус әҙерлек үткән белем биреү ойошмалары уҡыусылары, Стәрлебаш муниципаль районының ойошма, предприятие һәм учреждениеларының хеҙмәт коллективтары ағзалары индерелә.

«Милләт кросы» дистанцияһы:

- 1-2 кластар - 1000 метр;

- 3-4 кластар - 1000 метр;

- 5-7 кластар - ҡыҙҙар - 1500 метр, малайҙар - 2000 метр;

- 8-11 кластар - ҡыҙҙар - 2000 метр, малайҙар - 3000 метр;

- ойошма, предприятие һәм учреждениелар - ҡатын-ҡыҙҙар - 1000 метр, ир-егеттәр - 1500 метр;

- ауыл биләмәләре - ҡатын-ҡыҙҙар - 1000 метр, ир-егеттәр - 1500 метр.

Ҡатнашыусылар һаны сикләнмәгән.

Район спорт комитеты.
Читайте нас