Новости
19 Сентябрь 2019, 04:43

Урлашып тотолоу күпмегә төшә?

Өфөнөң полиция бүлегенә төҙөлөп ятҡан йорттан электр ҡорамалдары, төҙөлөш материалдары юғалыуы тураһында хәбәр килә. Юғалтыуҙың дөйөм суммаһы – 100 мең һум, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар бурҙың шәхесен асыҡлап, ҡулға алғандар – ул элек тә бер тапҡыр хөкөм ителгән 36 йәшлек Өфө кешеһе булып сыҡҡан. Ир ошонда төҙөлөштә эшләп йөрөгән, бер нисә көн дауамында ҡорамалдарҙы тышҡа ташыған. Урланған әйберҙәрҙе осраҡлы кешеләргә һатҡан, ә аҡсаһын кәрәк-ярағына тотонған.


Был осраҡ “Урлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше асыуға нигеҙ булып тора, ти эште тикшереүселәр. Уға ярашлы, бурҙың биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Читайте нас