Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, ошо 2019 – 2024 йылдарға иҫәпләнгән адреслы программаға 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата авариялы хәлдә тип танылған һәм һүтеп алырға тәғәйенләнгән күп фатирлы йорттар ингән. Программаға ярашлы, ошо осорҙа дөйөм майҙаны 61,2 мең квадрат метр булған торлаҡ майҙаны бушатылырға тейеш. Был ҙур эште башҡарыу 1,6 миллиард һумға төшәсәк, сумманың 1,3 миллиард һумын федераль ҡаҙна бирә. Күсереүҙе алты этапта башҡарыу билдәләнгән, шуның тәүге осоро быйыл башланды ла инде.
Планға ярашлы, халыҡты бер меңдән ашыу квадрат метр майҙандан күсереү ҡаралһа, әле үк шуның 96 проценты үтәлгән: 287 граждан яңы фатирҙарға күскән. Уңыштың сәбәбе – 2015 – 2019 йылдарға иҫәпләнгән һәм федераль аҡсаны йәлеп итмәй генә башҡарылған төбәк программаһын тормошҡа ашырыу.
Шулай итеп, Башҡортостан – Волга буйы федераль округының маҡсатҡа ирешкән берҙән-бер төбәге.
– Быйылғы күрһәткестәр насар түгел, – тип баһаланы Радий Фәрит улы. – Әммә беҙ аңлайбыҙ: бөлгөнлөк масштабы авария хәлендәге торлаҡ программаһында теркәлгән күләмдән байтаҡҡа ҙурыраҡ. Шуға күрә, башҡа саралар рәтендә, федераль үҙәк менән эшләүҙе лә йәнләндереү талап ителә.
Республика етәксеһе авария хәлендәге торлаҡтан күсереү темаһын тикшереү буйынса махсус кәңәшмә уҙғарырға ла тәҡдим итте. Быйыл 2 – 4 октябрҙә Өфөлә илдең торлаҡ-коммуналь хужалығының төп йүнәлештәренә арналған стратегик сессия үткәреләсәк, унда Рәсәйҙең ошо тармағы өсөн яуаплы министрлығының етәкселеге һәм белгестәре лә ҡатнашасаҡ. Был ваҡиға үҙе өс ҙур саранан тора: күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлаған төбәк операторҙарының VI Бөтә Рәсәй съезы, Рәсәй төбәктәренең дәүләт торлаҡ күҙәтеүе органдары етәкселәренең кәңәшмәһе, Волга буйы федераль округы төбәктәренең уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға арналған кәңәшмәһе. Тимәк, барыһын да был йүнәлештә күләмле эш көтә.
Ә программала күрһәтелгән алдағы йылдарҙа республика буйынса йәшәү өсөн яраҡһыҙ тип табылған 187 йортта 55,2 квадрат метр торлаҡ майҙанында йәшәгән 4 346 кешене күсереү ҡарала. Был программаға Өфө, Бәләбәй, Белорет, Дүртөйлө, Күмертау, Яңауыл ҡалалары, шулай уҡ Баҡалы, Оло Ыҡтамаҡ, Үрге Йәркәй, Ҡариҙел, Ҡарман, Ҡырмыҫҡалы, Краснохолм, Иҫке Балтас, Илеш, Ҡалтасы, Мишкә, Семилетка, Глуховский шифаханаһы ауылдары, Приют ҡасабаһы эләгәсәк.