Республика халҡының һорауҙарына табиптар: нарколог Айҙар Рәхмәтуллин, психолог Ғәлиә Салихова, психотерапевт Илгиз Байков, БР наркологтары ассоциацияһы президенты Владимир Юлдашев яуап бирҙе.
Белгестәр әйтеүенсә, башлыса эскелектән яфаланыусыларҙың яҡындары шылтыратҡан. Уларға табип кәңәше, кәрәкле учреждениелар тураһында мәғлүмәт бирелгән.
Республиканың төрлө төбәгенән-Бөрйән, Баймаҡ, Шаран, Хәйбулла райондарынан, Өфө, Сибай, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан мөрәжәғәт иткәндәр. Шылтыратыусыларҙың 70% ашыуы башҡорт телендә консультация алған.
Ҡыҙыу бәйләнеш телефоны 8-800-347-5000.
18 сентябрҙә сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем (11.00-20.00) шылтыратырға мөмкин.