Баҡһаң, педагог тырнаҡ үҫтерә һәм уны буята икән. Йөҙ-ҡиәфәте лә ирҙәрҙекенә хас түгел, тип иҫәпләй улар. Ҡайһы берәүҙәр уның керпеген буяуы һәм тональ крем һөртөүе тураһында ла хәбәр итә. Ата-әсәләрҙә ирҙең енси ориентацияһында шик тыуған.
Был ир бишенсе класс уҡыусыларын рус теленән һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Әйткәндәй, педагог булараҡ, унан барыһы ла ҡәнәғәт, балалар ҙа ағаларын бик ярата.
Был Дондағы Ростов ҡалаһындағы осраҡ буйынса тикшереү булған, уҡытыусы менән һөйләшкәндәр һәм тырнағындағы буяуҙы юйырға ҡушҡандар. Ул эштән ҡыуылмаған.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ир уҡытыусыға ошондай ҡиәфәттә балаларҙы уҡытырға яраймы? Әллә һөнәрен яҡшы белһә, ҡиәфәте икенсе мәсьәләме? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ.